Төҙөлөш эштәре башланған да инде. Әле бөтә коммуникацияларҙы үткәреү эштәре бара. ФАП-тар яңы заманса ЭКГ аппараттары, дефибрилляторҙар, ҡорамалдар өсөн махсус шкафтар менән йыһазландырыласаҡ.
Өршәк фельдшер-акушерлыҡ пунктында юғары категориялы фельдшер Люциә Солтангирова 18 йыл эшләй. Ул өс ауылды – Айыт, Шишмә һәм Өршәк ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә.
Бәләкәй Кәркәлеләге медицина учреждениеһы 1960 йылда төҙөлгән булған. ФАП мөдире, юғары категориялы фельдшер Сәймә Ғәлимова бында утыҙ йылдан ашыу эшләй. Яңы пунктта дүрт кабинет буласаҡ, пациенттар өсөн бөтө уңайлыҡтар булдырыла.
- ФАП-тар июлдең тәүге көндәренән пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ, - ти Миәкә районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Илшат Ғилемйәнов.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.