Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Июнь 2020, 10:00

Юл ябыла

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыТМ-11 йылылыҡ магистралендә ремонт эштәре башланыуға бәйле, Суханов урамында, Гоголь урамы менән Патриоттар урамы участкаһында, 27 июнь 00:00 сәғәткә тиклем автомобиль хәрәкәте ябылды.

Шунлыҡтан 45-се һанлы йәмәғәт транспортының маршруты ла үҙгәрҙе (Первомайский ҡасабаһынан “Пантелькин” туҡталышына тиклем килгәс, Баҫыу урамына боролоп, артабан элекке маршрут буйынса хәрәкәтен дауам итә) һәм 8-се һанлы маршрутка ла “Никольский сиркәүе”нән Баҫыу урамы буйлап “Баҫыу” һәм “Суханов” туҡталыштары аша Суханов-Стәрлебаш тракты-Ильич урамындағы юл сатына тиклем һәм кирегә – “Суханов”, “Баҫыу” туҡталыштары аша “Колхоз баҙары” яғына маршрут буйлап; кире йүнәлештә – “Колхоз баҙары”нан “Баҫыу”, “Суханов” туҡталыштары аша Суханов-Стәрлебаш тракты-Ильич урамындағы юл сатына тиклем, һуңынан “Суханов”, “Баҫыу” туҡталыштарында туҡтамайынса, “Никольский сиркәүе” туҡталышына тиклем бара.
Шулай уҡ Дуҫлыҡ урамында ла магистраль торба үткәргесте ремонтлауға бәйле, (24-се төҙөлөштән алып Дуҫлыҡ урамындағы 24-се йортта урынлашҡан “БашРТС” ЯСЙ идаралығы бинаһына тиклем) 21 июнь иртәнге сәғәт 8-ҙән 8 июль 00:00 сәғәткә тиклем Дуҫлыҡ урамы менән Волочаевский урамы юл саты аша автомобилдәргә хәрәкәт итеү ябылды. Был аралыҡты Николаев урамы һәм Ленин проспекты аша Нахимов урамына боролош яһап, урап үтергә мөмкин.
Ошо айҡанлы, 30 һәм 31-се йәмәғәт транспорттарының маршруттары ла үҙгәрҙе.
Әйткәндәй, 23 июндә 00:00 сәғәткә тиклем Блюхер урамында, Курчатов урамынан алып Коммунистик урамына тиклемге аралыҡта, автомобиль хәрәкәте өсөн юл ябыла. Бында подрядсы ойошма, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, юлдың өҫкө йөҙөнә япма түшәйәсәк. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге.

Читайте нас