Өс йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙарҙы балалар баҡсаһында урын менән тәьмин итеү – етди мәсьәләләрҙең береһе. Ил етәксеһенең май указдарына ярашлы, был йәһәттән Рәсәйҙә ҙур эштәр атҡарыла. Ҡалабыҙҙа йәмғеһе 440 урынлыҡ өс балалар баҡсаһы төҙөү - ошо эштәрҙең бер тамсыһы.
Тәүге 90 урынлыҡ баҡса былтыр Көнбайыш биҫтәһендә төҙөлә башланы, икенсе шундай уҡ 90 урынлыҡ учреждение Төҙөүселәр урамы, 2, Артем урамы, 134 һәм Ҡаранай Моратов, 14 адрестары буйынса урынлашҡан йорттар араһында ҡалҡасаҡ. Объекттарҙа эш тамамланыу өҫтөндә. Ә инде 260 балаға тәғәйенләнгән баҡса Төҙөүселәр урамы, 28, Октябрь проспекты, 87 һәм Артем урамы, 64 адрестары буйынса урынлашҡан йорттар араһында төҙөлә. Объект ноябрҙә тапшырылырға тейеш. Тимәк, быйыл йәнә 400-ҙән ашыу бала баҡсаға йөрөй башлаясаҡ.