Милли проекттар
28 Июня 2020, 13:29

«БАШПЛАСТ» МИЛЛИ ПРОЕКТ ЯРҘАМЫНДА КОНКУРЕНТЛЫҒЫН АРТТЫРЫРҒА НИӘТЛӘНӘ

Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Башпласт» компанияһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ ҡылыу” милли проектында ҡатнашусылар рәтенә инергә әҙер. Был турала Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса бизнес шериф Илдар Ғарифуллин үҙ сәхифәһендә хәбәр итә.

Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә региональ үҙәк етәксеһе Руслан Нуртдинов предприятие етәкселеге менән осрошыу ойоштороп, милли проект сиктәрендә дәүләт ярҙамы тураһында ентекле аңлатып үтте.
«Башпласт» һаҡсыл сәнәғәт инструменттарын индереү буйынса милли проект эксперттары менән үҙенең конкурентлығын һәм бизнес-процесстарҙы яйға һалырға ниәтләнә.

Читайте нас