Владимир РЕМПЕЛЬ, Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы директоры:
– Конституцияға төҙәтмәләр индереүгә аңлы рәүештә ҡарайым. Бөтәһенә лә төшөнөп бөтмәйемдер, бәлки, әммә тарихҡа, ғаиләгә һәм, атап әйткәндә, мәҙәниәткә ҡағылышлылары бигерәк мөһим, минеңсә. Конституцияның асылы шул килеш ҡала, ә быйылғы төҙәтмәләр уны алға ебәрә, заманлаштыра. Илебеҙҙең киләсәгенә битараф булмаған һәр кем уның яҙмышында ҡатнашырға тейеш, сөнки тарихҡа йоғонто яһау мөмкинлеге ғүмер эсендә бер генә биреләлер, тип иҫәпләйем. Мин Василий Семенович Лановойҙың: “Мәҙәниәт дәүләт тарафынан яҡланырға тейеш, бында бер ниндәй ҙә икеләнеү юҡ. Был төҙәтмә ысынлап та дөрөҫ һәм ул законлы рәүештә раҫланырға тейеш. Мәҙәниәт – ватансылыҡ нигеҙе”, – тип әйткәнен тулыһынса хуплайым.
Төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән илебеҙҙә уларҙың телен, мәҙәниәтен территория кимәлендә генә түгел, ә дәүләт кимәлендә һаҡларға кәрәк! Был төҙәтмәләр менән юҡҡа сыға барған халыҡтарҙы (уларҙың телдәрен) тергеҙергә һәм һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек булдырыла. Ниңә беҙгә Рәсәйҙә был турала уйланмаҫҡа?
Төрлө проекттар, мәҫәлән, “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында мәҙәни һәм милли ҡиммәттәрҙең нығыныуы һәм үҫеше менән ҡыҙыҡһыныу тураһында фекер йөрөтә алабыҙ. Йыраҡ китергә түгел, проекттың ярҙамы буйынса миҫал өсөн беҙҙең колледжды ғына алайыҡ. Тиҙҙән, быйыл ноябрь аҙағында тип уйлайым, студенттарыбыҙ яңы уҡыу корпусының тупһаһын аша атлап инәсәк. Әлеге ваҡытта корпустың 4-се һәм 5-се ҡатында иҙән-түбә, беренсе ҡатта стена ремонтланған, тулыһынса тәҙрәләр алмаштырылған, бинаның тышҡы йөҙөндәге панелде, электр үткәргесте монтажлау, ишек уйымдарын нығытыу, ҡыйыҡ башынйылытыу эштәре бара. Бер нисә йыл элек хатта беҙ был турала хыяллана ла алмай инек. Ә хәҙер күҙ алдына килтерәйек, төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде икән, ти – беҙҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт өр-яңы кимәлдә – дәүләт кимәлендә ярҙам һәм яҡлау ала!
Был турала күп һәм матур итеп һөйләргә мөмкин, әммә иң яҡшыһы – РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереүгә үҙ тауышыңды биреү. Тик пандемия шарттарында сәләмәтлеккә бәйле ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килде. Шулай ҙа Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тәҡдимдәре менән барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәгәндә, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Бигерәк тә алдан онлайн тауыш биреү (хроник сирлеләр һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн) мөмкинлеге бар.
Мин һеҙҙе саҡырмайым һәм өгөтләмәйем дә, тик, үҙебеҙҙең гражданлыҡ позициябыҙҙы күрһәтеп, тауыш бирәйек тип үтенәм! Хатта төҙәтмәләргә ҡаршы булһағыҙ ҙа – быға һеҙҙең хаҡығыҙ бар! Сөнки беҙ булмаһаҡ, кем тауыш бирә?