Милли проекттар
1 Июля 2020, 05:30

“Нур” балалар шифаханаһы баш табибы Рәмилә ҒӘЛИМОВА: “Рәсәйҙә дәүләт сәйәсәтенең иң мөһим өҫтөнлөгө – балалар”

– Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш бирәсәкбеҙ. Тәү сиратта шуға иғтибар итергә кәрәк: был – илебеҙҙең Төп законын – Конституцияны масштаблы үҙгәртеү, уға 206 төҙәтмә индерелгән. Ә хәҙер миңә яҡыныраҡ булғандарына туҡталып үтәм.

Рәсәйҙә дәүләт сәйәсәтенең иң мөһим өҫтөнлөгө – балалар. Был турала Конституцияның 67.1-се статьяһындағы 46-сы пунктына төҙәтмә индерелгән.
Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ һәм дәүләттең төп бурысы – һәр балаға уҡырға, интеллектуаль һәм физик яҡтан үҫергә мөмкинлек биреү, уның һаулығын һәм лайыҡлы тәрбиәне һаҡлап алып ҡалыуға шарттар тыуҙырыу. Ғаилә тәрбиәһе һәм атайлы-әсәйле ғаилә өҫтөнлөклө булып тора. Дәүләт үҙ өҫтөнә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн яуаплылыҡ ала – был бик мөһим пункт.
Шулай уҡ төп документта халыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү нығытыла. Кәрәк булһа, мәҫәлән, граждандарға инвалидлыҡ буйынса ярҙам итеү. Бына хәҙер 30 йыл тирәһе беҙҙең учреждениела инвалид балаларға медицина реабилитацияһы үткәрелә һәм йыл һайын шифаханала 400-ҙән ашыу балаға ярҙам күрһәтәбеҙ. Ғаиләлә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләү проблемаларын барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ, бала кешеләр менән аралашһын, белем биреү учреждениеһында булһын, медицина һәм психологик-педагогик реабилитация алһын өсөн барыһы ла эшләнә. Балалар үҙ потенциалын үҫтерһен, йәмғиәткә файҙа килтерһен өсөн беҙҙең белгестәр ең һыҙғанып тырыша. Ғөмүмән, инвалидтарҙы социаль яҡлау, йәшәү сифатын яҡшыртыу, һәр кем файҙалана алырлыҡ мөхит булдырыу буйынса дәүләт гарантиялары властың өҫтөнлөклө бурысы булып ҡалырға тейеш. Әйтергә кәрәк, “Демография” милли проекты нигеҙендә күп эштәр атҡарылды ла инде.
Сифатлы һәм һәр кем ала алырлыҡ медицина ярҙамы менән мәжбүри тәьмин итеү, йәмғиәт таҙалығын нығытыуҙы һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн шарттар һәм граждандарҙың үҙ һаулыҡтарына яуаплы ҡарау мәҙәниәтен булдырыу буйынса Конституцияның 72-се статьяһына мөһим төҙәтмә индерелә:
- илебеҙҙең теләһә ҡайһы мөйөшөндә һәр кем ала алырлыҡ сифатлы бушлай медицина ярҙамы гарантиялана;
- модернизациялау, йәғни һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының, тәү сиратта, беренсел звеноның матди-техник базаһының юғары кимәлдә булыуы, финанслауҙы арттырыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кисектергеһеҙ мәсьәләләрҙе хәл итеү;
- квалификациялы медицина кадрҙары, бигерәк тә табиптар менән тәьмин итеү.
Илдең теләһә ҡайһы төбәгендә һәр кем юғары квалификациялы медицина ярҙамы алырға тейеш. Бөгөнгө көндә коронавирус инфекцияһы таралған шарттарҙа дәүләттә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе төп ролде башҡарыуына һәм власть тарафынан юғары иғтибар талап ителеүенә тағы бер тапҡыр инандыҡ, һәм был эҙмә-эҙлекле алып барылыуы зарур. Ҡайһы берҙә айырым граждандарҙың үҙ һаулығына битарафлығы арҡаһында табиптарҙың ныҡлы хеҙмәте бушҡа була. Шунлыҡтан сәләмәт йәшәү рәүешен, бала саҡтан уҡ үҙ һаулығыңа иғтибарлы булыуҙы ғәҙәткә индерергә кәрәк, тәнде нығытыуға һәм интеллектуаль үҫешкә шарттар булдырыу зарур.
Читайте нас