– Стәрлетамаҡ менән һеҙҙе нимә бәйләй, ҡайтып йөрөйһөгөҙме?
– Мин Стәрлетамаҡта тыуып үҫтем. Беҙ Гоголь урамында йәшәнек. 9-сы синыфҡа тиклем 21-се мәктәптә башҡорт класында уҡыным, һуңынан 2-се гимназияға күстем. Стәрлетамаҡҡа бик йыш ҡайтып йөрөмәһәм дә, ҡаланы яҡшы
беләм, яңылыҡтарын күҙәтеп барам. Стәрлетамаҡ эргәһендә урынлашҡан Торатау, Йөрәктауға ғаиләм менән йыш ҡына ял итергә барабыҙ, ике йәшлек улым да тауҙарға барырға ярата.
– Яңы технологиялар өлкәһендә эшегеҙ нимә менән бәйле?
– Минең төп һөнәрем – дизайн. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшләйем һәм төрлө һанлы продукттар проектлайым. Шулар араһында программалар, ҡушымталар, хеҙмәттәр,
платформалар һәм башҡа төрлө мәғлүмәт системалары бар. Күптәр дизайнды тик графика менән бәйле тип уйлай, ысынында дизайнер (проектлаусы),
ғөмүмән, кеше менән компьютер араһындағы аралашыуҙы билдәләй. Һуңынан мин төҙөгән проекттарға таянып, программа эшкәртеүселәр код яҙалар һәм төрлө технологиялар ҡулланып, продуктты ҡулланыусыларға тапшыралар. Мәҫәлән, мин оҙаҡ ҡына ваҡыт фермерҙарға тәғәйенләнгән һанлы платформа өҫтөндә эш алып барғайным. Платформа һәм уның менән бәйле ҡушымталар агрономдарға һәм идарасыларға ауыл хужалығының
һөҙөмтәлелеген арттырырға ярҙам итә. Алдынғы һанлы технологиялар – яһалма интеллект, юлдаштан (спутниктан) төшөрөлгән фотоһүрәттәр һәм башҡа мәғлүмәт уның нигеҙе булып тора.
Ғөмүмән, табыш алыу өсөн мөмкинлектәр хәҙер күп алдынғы технологиялар ярҙамында. “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” милли проекты нигеҙендә лә, мәҫәлән, ошондай эштәр алып барыла.