Милли проекттар
4 Июля 2020, 05:25

Һанлы донъяға инмәгән тел юғаласаҡ

Яңы өлкәлә үҙенә һөнәр табып, башҡорт халҡы өсөн хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ - Илдар Кинйәбулатов менән бәйләнешкә индек һәм ҡайһы бер һорауҙарға яуаптар алдыҡ. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.– Беҙ Бәйләнештә селтәрендә һеҙҙең “Башҡорт проекттары” төркөмө барлығын беләбеҙ. Әлеге мәлдә ниндәй проекттар өҫтөндә эшләйһегеҙ?– “Башҡорт проекттары” берләшмәһенең әүҙем ағзалары төрлө проекттар башҡара. Мин үҙем ҡатнашҡан билдәле проекттар араһында “Балалар”, “Китаптар” һәм Урыҫ-башҡорт параллель корпусын төҙөү.“Балалар” (www.balalar.org) проектының маҡсаты – 3-5 йәшлек балалар өсөн башҡортса һанлы мөхит тыуҙырыу. Бының өсөн беҙ башҡорт телен өйрәткән йәнһүрәттәр һәм ҡушымталар әҙерләнек. Был проект 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эйә булғайны. Ғөмүмән, төрлө гранттар ярҙамында бик күп проекттарҙы тормошҡа ашырырға була. Шул иҫәптән “Фән” милли проекты бик күп йәш ғалимдарға старт булып тора, белеүемсә.#Стәрлетамаҡ #йәштәр #АшҡаҙарГәзите #миллипроект #нацпроект #Башҡортостан

Беҙҙең проекттарға әйләнеп ҡайтҡанда, “Китаптар” (kitaptar.bashkort.org) – асыҡ башҡортса онлайн китапхана. Әле беҙ яңы китаптар өҫтәйбеҙ һәм проекттың ҡушымтаһын сығарырға әҙерләнәбеҙ. Урыҫ-башҡорт параллель корпусын төҙөү Яндекс һәм Google һымаҡ автоматик тәржемә итеү системаларына башҡорт телен индереү өсөн кәрәк. Проект күләмле, 5 миллион һүҙ ҡулланылышлы һүҙлек булдырырға ниәт бар.
– Ғөмүмән, интернет проекттар башҡорт телен һаҡлап ҡалырға, үҫтерергә ярҙам итә аламы?
– Һанлаштырыу – донъялағы телдәрҙе һаҡлап ҡалыуҙың һәм үҫтереүҙең иң мөһим ысулдарының береһе. Әлбиттә, популярлаштырыу ҙа, уҡытыу ҙа кәрәк. Әлеге мәлдә телдең һанлы мөхиткә инеп китеүен ХХ быуаттың башында яҙма тел барлыҡҡа килеү менән генә сығыштырып була. Шуға һанлы донъяға инеп китмәгән телдәр, һис шикһеҙ, юғаласаҡ, тип уйлайым. Был йәһәттән шәхсән әлегә башҡорт интернеты менән ҡәнәғәт түгелмен, беҙ 10-15 йылға артта
ҡалғанбыҙ. Әгәр тиҙ арала анализ, синтез, тикшереү, тәржемә итеү һәм башҡа нигеҙле тел технологияларын булдырһаҡ, башҡорт телендәге интернет, социаль селтәрҙәр, мәғариф та алға китәсәк.
– Йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Әгәр беҙ бөтөн донъяға кәрәкле, хеҙмәт итерлек продукттарҙы һәм идеяларҙы булдыра алабыҙ икән, тимәк, артабан да үҫешербеҙ. Шуға һөнәрегеҙҙе, үҙ юлығыҙҙы шул уйҙар менән бәйле һайлағыҙ. Тик рух, йә атабабаларҙың даны менән маҡтанып ҡына йәшәп булмаҫ. Тарихты белергә кәрәк, тик киләсәккә лә ынтылырға тейешбеҙ. Белем, технологиялар, лидерлыҡ – беҙҙең ҡанға һеңеп китергә тейеш. Шул саҡта ғына беҙ шәхестәр булараҡ та, халыҡ булараҡ та юғары уңыштарға ирешербеҙ.
– Ысынлап та, компьютерҙы башҡорттар яһаған булһа, телебеҙҙе, инглиз телен өйрәнгәндәй, бар донъя белергә теләр ине, бәлки. Әммә артабан программаларҙың, интернет технологияларының ҡайһы яҡҡа йүнәлеш алырын бер кем дә билдәләй алмай бит. Шуға ла был өлкәлә һәр ваҡыт үҙ фекерле йәштәр кәрәк. Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас