Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Милли проекттар
7 Июля 2020, 10:40

БЕҘ – ЮЛДЫҢ БАШЫНДА

Илдә беренсе агросәнәғәт кластеры Башҡортостанда булдырыла!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта сираттағы “ауыл сәғәте” онлайн-кәңәшмәлә белдерҙе. “Беҙҙең ер - аграр төбәк һәм кешеләргә Башҡортостан продукцияһын арзан хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге булырға тейеш, - тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең етештереүселәребеҙ өсөн яҡшы, даими эшләрҙәй урындар булдырырға кәрәк”.
БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда федераль сауҙа селтәрҙәренең 1 376 магазины, 883 республика селтәре магазины һәм, аҙым һайын тигәндәй, 22,7 мең ҙур булмаған берәмләп һатыу сауҙа объекты эшләй. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, урындағы аҙыҡ-түлек тауарҙары өлөшө дөйөм ҡулланыу күләмендә 30 проценттан артмай, шул иҫәптән продукцияны эшкәртеү һәм һаҡлау объекттарының етешмәүе арҡаһында.
– Сауҙа селтәрҙәре бөгөн конкуренция алышында. Беҙ уларҙың хеҙмәттәшлеген, “яландан алып прилавкаға тиклем” логистик сылбырын ҡороп, беҙҙең фермерҙар менән көйләргә тырышабыҙ, – тип аңлатты вице-премьер – БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Был мәсьәләне хәл итеүҙә тауар етештереүселәрҙе, эшкәртеүселәрҙе һәм сауҙа секторын берләштергән төбәк агросәнәғәт кластеры булдырыу булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, республикала продукция ағымын иҫәпләүҙең берҙәм мәғлүмәт системаһы буласаҡ, һәм шулай уҡ ауыл ере тотороҡло үҫешәсәк һәм етештереү күләме артасаҡ. Бындай агросәнәғәт кластеры илдә беренсе буласаҡ.
– Тармаҡ проекттары иҫәбенә беҙ төбәккә 28 млрд. һум күләмендә, һәм шулай уҡ федераль бюджеттан кластер үҫешенә 5,6 млрд. һум инвестициялар йәлеп итергә уйлайбыҙ, – ти вице-премьер – БР иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Ошо эш сиктәрендә беренсе этапта кластерҙың идарасы компанияһын булдырырға кәрәк, һәм шулай уҡ төбәк брендтарын үҫтерергә ярҙам итергә һәм сертификациялауға заманса юлдар менән продукция сифатын күтәрергә, заманса стандарттарға ярашлы һынауҙар үткәрергә кәрәк.
Ритейлерҙарҙың етештереүселәр менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү кәрәклеге тураһында “Байрам” сауҙа үҙәге идарасыһы Павел Антипин да үҙ фекерен белдерә:
– Төбәктең ваҡлап һатыусылары фермерҙар һәм эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш, – тине ул. – Заманса таратыу селтәрҙәре булғанда кластер баҙарҙы урындағы тауарҙар менән туйындырырға форсат буласаҡ. Өҫтәүенә продукттарҙың үҙҡиммәте һатып алыусыға арзаныраҡ хаҡҡа алырға мөмкинселек буласаҡ. Әйткәндәй, ошо ҡарашты күпселек ауыл хужалығы коопретивтары етәкселәре хуплай.
Башҡортостан Башлығы БР Хөкүмәтенә кластерҙа ҡатнашыусыларға ярҙам итеү сараларын әҙерләргә ҡушты.
– Төбәк алдында бик амбициялы мәсьәләләр тора. Мин был инициативаны хуплайым. Сентябрҙә был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырға һәм эш йомғаҡтарын тикшерергә тәҡдим итәм, – тине һүҙҙе йомғаҡлап Радий Хәбиров. – Беҙ юлдың башында, шулай ҙа тейешенсә ныҡышмалы булғанда барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сығырға тейеш.
Тимәк, яҡын киләсәктә магазин кәштәләрендә үҙебеҙҙең сифатлы ла, тәмле лә продукцияны күберәк күрәсәкбеҙ.
Р.САФИНА әҙерләне.
Читайте нас