Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Милли проекттар
7 Июля 2020, 11:00

Эш етерлек, теләгең генә булһын!

Башҡортостанда “Социаль килешеүҙәр нигеҙендә адреслы ярҙам” федераль пилот проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡыйын тормош хәлендә матди ярҙам күрһәтеү буйынса ғәмәлдә план үтәлгән, тик эшҡыуарлыҡ, яңы һөнәр үҙләшетереү, эш эҙләү буйынса ғына эштәр бер урында тора бир. Был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Хеҙмәт министрлығы етәксеһе Ленара Иванова хәбәр итә.

Килешеүгә ярашлы, 2020-2022 йылдарҙа федераль бюджет йыл һайын 375,6 миллион һум субсидия ебәрәсәк. Төбәк ярҙамы менән бергә программаны финанслау йылына 427 миллион һум тәшкил итә. Ярҙам 4,4 мең ғаиләгә күрһәтелергә планлаштырыла. Эш эҙләүҙә – 1848 ғаилә, профуҡытыу – 600, шәхси эшҡыуарлыҡ булдырыуҙа – 430, ауыр тормош хәлен яҡшыртыуҙа 1573 ғаилә ярҙам алырға тейеш.
Әйткәндәй, ауыр тормош хәлендә ҡалған 1482 ғаиләгә 17,3 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде лә инде. Ярҙам алыусылар алған аҡсаларын башлыса кәрәкле әйберҙәр – көнкүреш техникаһы, йорт йыһазы һатып алыу өсөн тотонған.
Ә бына эш эҙләүгә килгәндә, йәмғеһе 14 социаль контракт төҙөлгән, шул иҫәптән ете осраҡта мебель фабрикаһына, ҡошсолоҡ фабрикаһына, кафеға эшкә урынлаштырылған. 21 мең вакансияға ғариза бирелгән. Был һөҙөмтәләр ҙә яҡшы, әммә алға 1848 килешеү төҙөү бурысы ҡуйылған шул. Шуның менән бергә баҙарҙа вакансиялар етерлек, тип билдәләй министр.
“Эш биреүселәргә күп эшсе һөнәре талап ителә – водителдәр, һатыусылар, юл эшселәре, ҡарауылсылар, кондукторҙар. Банк менеджерҙары, уҡытыусылар, табиптарға вакансиялар күп. Вакансияларҙың 37 проценты 25 мең һумдан ашыу эш хаҡы тәҡдим итә. Программала ҡатнашыусыға эш хаҡынан тыш, бер йылға тиклем ай һайын 10,4 мең һумлыҡ һалымһыҙ субсидия бирелергә тейеш”, - тип билдәләй Ленара Иванова.
Профуҡытыу буйынса йүнәлтмә уҡыу йылы башланыу менән әүҙемләшеп китә, тигән өмөт белдерҙе министр: “Уҡыу йорттары програмала ҡатнашыусыны уҡытҡан өсөн 30 мең һум аласаҡ, ә ҡатнашыусы үҙе өс айға тиклем 10,4 мең һум субсидия менән тәьмин ителәсәк”.
Ә бына быйыл “шәхси ярҙамсы хужалыҡтар” пункты буйынса федераль финанслау ҡаралмаған. Бынан алдағы йылдарҙа уның буйынса 98 процент контракт төҙөлгәйне. Ярҙамдың байтаҡ өлөшө быйыл хәле мөшкөл булған төбәктәргә биреләсәк.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас