Бында резиналы түшәм һалына, тамашасылар өсөн уңайлы ултырғыстар ҡуйыла, яҡтыртыу ҡоролмалары һәм заманса табло урынлаштырыла, тип яҙған Радий Хәбиров. Әле Белоретта “Металлург”, Мәләүездә “Спартак”, Нефтекамала “Торос” һәм Күмертауҙа “Шахтер” стадиондары ла төҙөкләндерелә. “Һәр ҡалала беҙҙең спортсылар ярыштарға ныҡлап әҙерләнә алһын өсөн асыҡ һауала уйнау һәм күнекмәләр үткәреү өсөн яҡшы майҙансыҡтар булырға тейеш”, - тип билдәләгән Республика Башлығы.