Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Милли проекттар
15 Июля 2020, 14:05

Айыт ауылында мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килә

Ауыл клубы мәҙәни үҙәккә әүерелә.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

1973 йылда уҡ һалынған Айыт ауылы клубы күптән капиталь төҙөкләндереүгә һәм яңыртыуға мохтаж ине. Әле бында күләмле реконструкция бара.
Былтыр ноябрҙә башланған эш “Мәҙәниәт” милли проекты (“Дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениеларын реновациялау”) нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бөгөн бында бинаның тышы тәртипкә килтерелгән, стеналар нығытылған, ҡыйыҡ ябылған, инженерлыҡ инфраструктураһы, канализация, коммуникациялар алмаштырылған, төп сәхнә һәм тамашасылар залы үҙгәртеп ҡоролған, китапхана бүлмәһе, уйын залы, Илдар Ғимаев исемендәге музей һәм башҡалар яңыртылған. Заманса ҡорамалдар һатып алына.
Төҙөкләндереүгә 22,3 миллион һумлан ашыу аҡса бүленгән. Эш июль аҙағына тамамланырға тейеш.
Тиҙҙән бында фольклор, вокал, хореография, биҙәү-ҡулланма һәм инструменталь ижад кеүек йүнәлештәр буйынса бөтә йәш төркөмдәре өсөн клуб формированиеларын ойоштороу күҙаллана.
Фото: Башинформ.
Читайте нас