Был универсаль спорт майҙаны бер нисә спорт төрө: футбол, волейбол, баскетбол, хоккей уйнау өсөн тәғәйенләнә. 40-ҡа 26 метр киңлегендәге майҙанда волейбол селтәре, баскетбол щиттары ҡуйыу планлаштырыла. Унда шулай уҡ ҡыш көнө өҫтөн боҙ менән ҡаплап каток яһау ҙа күҙ уңында тотола.