Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Милли проекттар
22 Июля 2020, 07:00

БАШҠОРТОСТАНДА ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА 42 «ҮҪЕШ НӨКТӘҺЕ» ҮҘӘКТӘРЕ АСЫЛАСАҠ

Башҡортостанда "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы "Үҫеш нөктәһе" теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәр буйынса 42 мәғариф үҙәге асыласаҡ. Улар «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә Владимир Путиндың май указдарына ярашлы үтәлә. 2024 йылға тиклем республикала 798 "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәге булдырыласаҡ. Улар ауыл ерендәге, ҡалаларҙағы белем биреү ойошмалары базаһында асылып, 350 мең самаһы бала йәлеп ителәсәк.#ВладимирПутин #Путин #Россия #Президент

Ғәҙәттә был маҡсат менән кабинеттарға махсус стилгә ярашлы(брендбук) заманса ремонт яһала.
Бындай үҫеш нөктәләренә ингән балалар проект эшмәкәрлеге кабинетында конструкторҙарҙың күплегенә хайран ҡалған. Берәүҙәр виртуаль шлемдарҙы кейеп ҡараһа, бәғзеләре шахмат уйнауҙы үҙ итә. Ошонда уҡ психологик таҙарыныу мөйөшө булдырылған. Информатика кабинеты иһә 3Д принтерҙар, квадрокоптерҙар менән йыһазландырылған.
Читайте нас