Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Милли проекттар
22 Июля 2020, 07:15

ХI ЙӘШТӘР ФОРУМЫ

10 августан 26-на тиклем “Машук” ХI йәштәр форумы үтә, ул беренсе тапҡыр онлайн режимда уҙғарыла.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Форумдың интернет-платформаһы традицион белем биреү һәм мәҙәни форматтарҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ҡатнашыусылар географияһын киңәйтергә лә форсат бирә.
18 йәштән алып 30 йәшкә тиклемге теләгән бер кеше “Рәсәй йәштәре” АИС-ына (автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы) ғариза бирә ала.
Форумда, һайлап алынған ҡатнашыу портфеленә ҡарап, таныштырыу лекциялары, халыҡ алдында асыҡ сығыш яһаусы шәхестәр менән осрашыуҙар, шәхси үҫеш буйынса ғәмәли дәрестәрҙән башлап эш биреүселәрҙең кейстарын хәл итеү, уңышлы карьера төҙөү ҡоралдарын өйрәнеү мөмкин буласаҡ. Был сара йәштәр һәм шул иҫәптән айырым ихтыяжы булған кешеләр килешеп эшләһен өсөн йыл әйләнәһенә һанлы мөхит булдырыу һәм үҫтереү өсөн уникаль урынға әйләнәсәк.
“Карьера оҫтаханаһы” менән тулыландырылған онлайн-майҙан төньяҡ Кавказ федераль округының төп эш биреүселәре менән форумда ҡатнашыусылар коммуникацияһын төҙөргә, социаль проектлау өлкәһендә белемдәрҙе киңәйтергә, грант конкурсында ҡатнашыу өсөн сифатлы проект заявкаһы әҙерләргә, һәм шулай уҡ бында ҡатнашыусыларға округтың эре корпорацияларына эшкә урынлашыу мөмкинселеге биргән вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашырға форсат бирәсәк.
Форум йомғаҡтары буйынса һәр ҡатнашыусы белем биреү программаһын үтеү тураһында сертификат, таратыла торған лимитланған материал һәм шәхси һанлы билдә аласаҡ. Мәҙәни һәм белем биреү программаһы барышында әүҙемлеге менән айырылып торған ҡатнашыусылар Рәсәйҙең лидер компаниялары иҫәбендәге форумдың партнерҙары һәм спонсорҙарынан бүләктәр аласаҡ.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас