Ашҡаҙар
+21 °С
Ясно
Милли проекттар
23 Июля 2020, 05:05

ХӘҘЕР МЕДИЦИНА КӨСЛӨ.Тик ваҡытында мөрәжәғәт итергә генә кәрәк

Стәрлетамаҡта 1-се ҡала клиник дауахананың онкология бүлегендә уникаль операция эшләгәндәр.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Поликлиникаға онкологҡа күренергә тип килгән пациентта, ультратауыш тикшереү менән ҡараған ваҡытта, осраҡлы ғына рәүештә бер түгел, ике шеш табалар һәм оҙаҡҡа һуҙмай операцияға тотоналар. Операцияның ҡатмарлылығы шунда: ҡорһаҡ аҫтында ике урында барлыҡҡа килгән 7 сантиметр ҙурлыҡтағы был ҡатламдар организмдағы ике эре ҡан тамырына – аорта һәм йөрәккә илтеүсе ҡан тамырына тура килә.
Операция лапароскопик ысул менән башҡарылған, йәғни, пациенттың тәнен киҫмәй генә эшләнгән. Өҫтәүенә, реанимацияның, көслө тәьҫир итеүсе ауыртыуҙы баҫыусы препараттарҙың да кәрәге теймәгән, пациенттың хәле тиҙ йүнәлгән. Операцияны онкология бүлеге мөдире Әмир Фәрғәнов менән табип-онколог Рәил Ғарифуллин яһаған.
Белгестәргә ваҡытында мөрәжәғәт итергә онотмағыҙ, ваҡытында күрһәтелгән ярҙам ғүмерегеҙҙе ҡотҡара. Ә хәҙерге технологиялар менән дауалау пациентта көсөгәнеш тә тыуҙырмауы мөмкин.
Р.ЗАМАНОВА.
Фотолар дауаханының рәсми сығанаҡтарынан.
Читайте нас