Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Милли проекттар
24 Июля 2020, 06:00
Бушлай һөт алыу еңелләште
Башҡортостанда мохтаж ғаиләләргә бушлай һөт, кефир, йогурт һәм башҡа һөт аҙыҡтары алыу ҡағиҙәләре еңелләштерелде. Хәҙер “Һөт кухнялары” яңы ҡағиҙәләр буйынса эшләй.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Бушлай һөт алырға артабанғы категорияға ҡараған граждандарҙың хаҡы бар: “аҙ тәьмин ителгән” категорияға ҡараған ауырлы ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәләр һәм өс йәшкә тиклемге балалар. Йәғни уларҙың рәсми килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булһа (әле ул йән башына айына 10 мең һум тирәһе). Балағыҙға конкрет нимә бирерҙәр – уныһы уның йәшенән, күрһәтмәләренән тора.
“Һөт кухняһы”на йөрөүселәр өсөн табиптар һәм туҡланыу буйынса эксперттар һөт аҙыҡтары рационының биш вариантын әҙерләгән. Һөт урындағы етештереүселәрҙән һатып алына. Продукция асыҡ һатыуҙа ла бар.
“Һөт кухняһы”нан бушлай һөт аҙыҡтары алыу өсөн түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:
паспорт (балалар өсөн – тыуыу тураһында таныҡлыҡ) – төп нөсхәһе һәм бөтә биттәренең дә күсермәһе;
йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһында белешмә. Һеҙ мотлаҡ республика территорияһында теркәлгән булырға тейешһегеҙ. Белешмәне ҡалала йәшәүселәр – паспорт өҫтәлендә, ауыл ерендә – ауыл советында ала ала. Белешмә 30 көндән һуң ғәмәлдән сыға (элек 10 көн ине).
Ғаилә аҙ тәьмин ителгәнлек тураһындағы белешмәне фәҡәт табипҡа килтерергә кәрәк.
Әгәр айҙың 15-енә тиклем килешеү төҙөһәгеҙ, ул саҡта һөт аҙыҡтарын шунда уҡ ала башлаясаҡһығыҙ, әгәр һуңыраҡ төҙөһәгеҙ – киләһе айҙан.
“Һөт кухняһы”на мөрәжәғәт итеү өсөн +7 (347)246-55-01 һандары буйынса шылтыратырға була. Электрон почта:
gau@milkrb.ru
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"