Бындай “үҫеш нөктәләре”нә ингән балалар проект эшмәкәрлеге кабинетында конструкторҙарҙың күплегенә хайран ҡалған. Берәүҙәр виртуаль шлемдарҙы кейеп ҡараһа, бәғзеләре шахмат уйнауҙы үҙ итә. Ошонда уҡ психологик таҙарыныу мөйөшө булдырылған. Информатика кабинеты иһә 3Д принтерҙар, квадрокоптерҙар менән йыһазландырылған.