Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
26 Июля 2020, 08:17

Әбйәлил, Бәләбәй, Йәрмәкәй һәм Учалы райондары мәктәптәре директорҙары «ГАЗ-Next» маркалы 6 автобус асҡысы алды

Асҡарҙың 1-се мәктәбенә бер юлы ике автобус килгән. Улар ГЛОНАСС спутник навигацияһы аппаратураһы менән йыһазландырылған, салон өҫтәмә йылытыу ҡоролмаһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ балаларҙы оҙатып йөрөүсе өлкәндәр өсөн дә урындар ҡаралған. Мәктәп автобустары төбәк бюджеты аҡсалары иҫәбенән һатып алынған.#национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Киләсәктә Асҡарҙың 1-се мәктәбендә капиталь ремонт эштәре башҡарыла. Шуға уҡыу процессын ваҡытлыса «Ирәндек» лагерында күсереү мәсьәләһе хәл ителгән. Әммә район үҙәгенән ситтә урынлашҡан учреждениеға көн һайын балаларҙы йөрөтөү өсөн бер нисә автобус талап ителә. Республика етәксеһе ярҙамы менән был проблема хәл ителә башлаған. Әйткәндәй, яңы уҡыу йылы башына республика мәктәптәренә тағы ла 38 уңайлы автобус тапшырылыр тип көтөлә. Ә йыл аҙағына белем усаҡтары автопаркын өҫтәмә рәүештә 44 транспорт сараһы менән тулылындырыу ҡарала.
Читайте нас