Ул халыҡ тормошон яҡшыртыуға, ирекмәнлеккә йәлеп ителгән граждандар һанын арттырыуға йүнәлтелгән. Сарала ҡатнашыусылар – Рәсәй төбәктәренең башҡарма органдары – төбәктән ирекмәнлеккә ярҙам итеүҙең иң яҡшы тәжрибәләрен финанслау өсөн ғариза яҙған. Конкурсҡа килгән 68 ғаризаның 39 төбәктән килгәне иң яҡшыһы тип табылған. Улар иҫәбендә Башҡортостан да бар. “Башҡортостан Республикаһында ирекмәнлеккә ярҙам итеү инфраструктураһының үҫеше” практикаһы проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 2021 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем 6140400 һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк. Проекттар киләһе йылда тормошҡа ашырылыр, тип көтөлә. Улар балалар, йәштәр һәм шулай уҡ ололар мөхите ирекмәнлеге үҫешенә булышлыҡ итәсәк.