Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
3 Августа 2020, 07:30

Ҡалабыҙ зауыҡлы булһын өсөн

Республикабыҙҙа Зауыҡлы биләмәләр йылы иғлан ителеү сиктәрендә Стәрлетамаҡта төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Ҡалабыҙҙа ойошмалар, предприятие һәм учреждениелар үҙҙәренә беркетелгән территорияларҙа санитар таҙартыу эштәре уҙғара. Ошо йәһәттән ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре урамдарҙы кәрәкмәгән ҡый үләндәренән, үҫентеләрҙән таҙартыу, биналарҙағы граффитиҙы юйыу, серек ағастарҙы ҡырҡып ташлау, сәскә түтәлдәрен тәрбиәләү кеүек эштәрҙе башҡара. Шулай уҡ Әсә скверында, Октябрь һәм Ленин проспекттарында, Элемтә йорто алдындағы скверҙа һәм Юрматы урамында ҡыуаҡлыҡтар тәртипкә килтерелде.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы.
Читайте нас