Ашҡаҙар
+26 °С
Ясно
Милли проекттар
5 Августа 2020, 04:45

Башҡортостан йәштәре йыйында ҡатнаша

Башҡортостан йәштәрен 11-13 августа Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығына төбәк-ара форумға саҡыралар. “Мәғариф” милли проектына ярашлы уҙғарылған «Башҡортостан йәштәре йыйыны» мәғариф-мәҙәни форумы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы биләмәһендә үтә.#нацпроекты#миллипроекттар

Бында палатка лагеры ойоштороласаҡ, белем биреү майҙансыҡтары, спорт уйындары һәм күңелле ял өсөн тейешле шарттар әҙерләнә. Форумды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамы менән «Йәштәр сәйәсәте лигаһы» йәштәр башланғыстарын үҫтереү ойошмаһы ойоштора.
Читайте нас