Бөрө үҙәк район дауаханаһы 1917 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Әлеге ваҡытта 170 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Баш табип белдереүенсә, бина яңы санитар талаптарға яуап бирмәй һәм майҙаны лы бәләкәй. Бөрөләге поликлиника беренсел медицина-санитария ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү сиктәрендә төҙөлә. Объекттың смета хаҡы 318 миллион һум, был сумманың 70 миллионы быйыл үҙләштерелергә тейештәр.