Ашҡаҙар
+21 °С
Ясна
Милли проекттар
8 Август 2020, 05:10
Йәш ғаиләләр форумы
Бөтә Рәсәй йәш ғаиләләр берләшмәһен булдырыу һәм үҫтереү, йәш ғаилә институтын нығытыу һәм йәштәр мөхитендә ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу маҡсатында йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ Бөтә Рәсәй йәштәр форумын уҙғара.
Быйыл форум яңы кимәлгә сыға: августан сентябргә тиклем Рәсәй ҡалаларында «Ғаилә пикнигы» форматында офлайн-өлөшө, ә 12 сентябрҙән 19-а тиклем - онлайн-платформала масштаблы сара уҙасаҡ.
«Ғаилә пикниктары» - ул илдең бар ҡалаларында ла үтәсәк һәм үҙ майҙасыҡтарына теләгән һәр кемде лә йыясаҡ масштаблы бер көнлөк саралар. Пикниктар программаһына белем биреү һәм күңел асыу блоктары инә: ҡатнашыусылар профессионалдарҙан балаларҙы тәрбиәләү үҙенсәлектәре, ғаилә усағын һаҡлау тураһында белешә һәм интерактив майҙансыҡтарҙа ҡатнаша ала. Онлайн-форумда ҡатнашыусылар өсөн өс тректан торған интенсив программа ҡаралған:
Онлайн-форум сиктәрендә традицион рәүештә йәштәр инициативаларына түбәнге йүнәлештәр буйынса «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» асыҡ платформаһына ингән Грант конкурсы уҙасаҡ: ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу; спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше, туризм; студент инициативалары; ирекмәнлек; социаль лифттар үҫеше; ижади йәштәр инициативалары һәм башҡалар.
Тулыраҡ мәғлүмәт - «Йәш ғаилә» платформа-белешмәһендә (
http://молодаясемья.онлайн
).18-йәштән алып 35 йәшкә тиклемге йәш ғаилә парҙарын теркәү 20 июлдә старт алды.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге республика йәш ғаиләләренең Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыуы, онлайн-форумда ҡатнашыу мөмкинселеге һәм «Йәш ғаилә онлайн» платформа-белешмәһендә теркәү тураһында «Рәсәй йәштәре» АИС мәғлүмәт системаһына мәғлүмәт ебәрҙе.
Теркәлеү 16 авгусҡа тиклем уҙғарыла. Тулыраҡ мәғлүмәтте: 24-12-26 телефоны аша алып була.
Шулай уҡ Көньяҡ-көнбайыш «Ғаилә» район-ара үҙәге онлайн-форум сиктәрендә уҙғарыласаҡ йәштәр инициативалары Грант конкурсында ярҙам итәсәк.
Йәштәр сәйәсәте бүлеге.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"