Күләмле сара һөнәрселәрҙе, оҫталарҙы, көнкүреш әйберҙәре, этник кейем-һалым, биҙәүестәр, сувенирҙар әҙерләү өлкәһендә эшләгән предприятиеларҙы берләштерә.
«Был – халыҡ таланттары һәм ижад байрамы, уның төп геройҙары – яратҡан шөғөлөн бизнесҡа әүерелдергән оҫталар, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты башлығы Римма Бойцова. – Форум эшендә республиканың барлыҡ райондарынан тиерлек вәкилдәр ҡатнаша. Беҙ федераль спикерҙарҙы ла саҡырҙыҡ».
Эшлекле программала – федераль эксперттар ҡатнашлығында тематик түңәрәк өҫтәлдәр, сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар.
«Һөнәрҙәр аҙналығы» барышында «Йыл һөнәрмәне – 2020» республика конкурсына, ауыл һәм экологик туризм өлкәһендәге проекттар конкурсына йомғаҡ яһала, шулай уҡ республиканың халыҡ художество кәсептәре продукцияһы күргәҙмәһе була.
Форумдың иң сағыу ваҡиғаһы – «Йыл һөнәрмәне – 2020» республика конкурсының йомғаҡлау этабы. Еңеүселәр 12 декабрҙә бүләкләнә.
«Һөнәрҙәр аҙналығы»н «шәхси эшҡыуарлыҡты, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ инициативаһы һәм ярҙамы» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы ойоштора.
Бөтә саралар ҙа санитар-эпидемиологик нормаларға ярашлы уҙғарыла.
«Һөнәрҙәр аҙналығы»н үткәреү урыны — ВДНХ «ЭКСПО».