"Кире демографик процестар ҡала үҫешенә йоғонто яһай: үлем һәм ҡаланан күсеп китеүселәр һаны артты. Эшһеҙлек туғыҙ тапҡырға артты. Беҙҙең ҡалалағы яңы мәшғүллек үҙәге тап ана шул эш эҙләүселәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеү менән мәшғүл. «Демография» милли проекты сиктәрендә беҙ өс балалар баҡсаһы төҙөйбөҙ. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса 18 километр автоюл ремонтланылды. Һыу таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү һәм ҡала биләмәһен, ихаталарҙы һәм подъездарҙы ремонтлау эштәре тамамланып килә", - тип белдерҙе мэр.