Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Милли проекттар
11 Декабрь 2020, 12:45

Оҫта эшҡыуар ҙа, күп балалы әсә лә

Бүздәк районынан эшҡыуар – коллектив-фермер хужалығы Шафоат Хәбибрахманова үҙ предприятиеһында икенсе ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырҙы.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәҙер агрофирмала үҙҙәренең орлоҡсолоҡ заводы бар. Ул 33 мең тонна орлоҡто киптереү һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙың барыһы ла хужалыҡтың 10 мең гектар баҫыуында үҫтерелә. Яңы объектҡа йәлеп ителгән инвестициялар күләме 524 миллион һум тәшкил иткән. Әйткәндәй, ошондай коллектив фермер хужалыҡтарының үҫеше, алға китеше кеүек бурыстар ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт үҫеше” милли проекты маҡсаттарына тура килә.
2018 йылдың ноябрендә Бүздәк районындағы был хужалыҡта теплица комплексының өсөнсө сираты сафҡа индерелгән. Ул Голландия технологияһы буйынса төҙөлгән. Проектҡа йәлеп ителгән инвестициялар күләме 2,5 миллиард һум тәшкил иткән. Уларҙың 2,1 миллиард һумы файҙаланылған. Ә теплицаның дүртенсе сираты иһә киләсәктә булыр, тип планлаштырыла. “Сығымдарҙың күп өлөшө импортҡа тура килә. Улар – технологиялар, ҡоролмалар, орлоҡ, металл конструкциялары. Рәсәйҙән 30 процент тирәһе ҡоролмалар, нигеҙҙә, быяла һәм торбалар килтерелә. Шуға күп нәмәне тормошҡа ашырыу валюта курсына бәйле. Ҡоролмаларға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт ярҙамы менән ҡапланыҡ”, – ти Шафоат Хәбибрахманова.
Эшҡыуарҙың фермер хужалығында 270 тирәһе кеше эшләй. Республикалағы был ҙур теплица комплексын 2018, 2019 йылдарҙа Республика Башлығы ла ҡарағайны. Шафоат Хәбибрахманова үҙе оҫта етәксе генә түгел, күп балалы әсә лә. Ире менән биш бала тәрбиәләгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр тормош иптәше яҡты донъя менән хушлашҡан. Шулай итеп, тормош, яҙмыш һәм иҡтисади ауырлыҡтарға бирешмәй, тырыша, хужалыҡтың үҫеше өсөн бар көсөн һала Бүздәк эшҡыуары. 1997 йылда башланған эште туҡтатмай дауам итеү өсөн бар көсөн һала. Мәскәүҙә белем алған ҡыҙҙары әсәһенә ярҙам итә. Ә Шафоат Хәбибрахманованың бәләкәй улы Лондонда уҡый. Бынан тыш, уның ейәнсәре лә бар.
https://bash.rbsmi.ru
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас