Йыл аҙағына тиклем тағы ла өс автобус килеүе көтөлә. Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың "май" указына ярашлы барлыҡҡа килгән "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов Ҡолғана урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Фәтиеваға тантаналы шарттарҙа автобус асҡысын тапшырҙы. Мәктәп автобусы тулы приводлы булыуы менән уңайлы. Тау-ташлы, урман юлы хас булған Ҡолғона тарафтарына тап ошондай техника кәрәк тә инде.
Яңы автобус Ҡолғонанан 12 километр алыҫлыҡта ятҡан Иҫке Һәйет ауылынан балаларҙы интернатҡа алып килеү, ҡайтарып ҡуйыу өсөн файҙаланыласаҡ. Шулай уҡ ҡалаға төрлө олимпиадаларға, Берҙәм дәүләт имтиханына, ярыштарға йөрөү ҙә уңайлы буласаҡ. Ғөмүмән, төпкөлдәге ауыл өсөн Яңы йыл алдынан ҙур бүләк был.
Автобусты утыҙ йылдан ашыу йөрөтөү тәжрибәһе булған Ришат Мусинға ышанып тапшырғандар. Уға саҡыр-соҡорло юлдарҙан да имен-аман ғына елдереп йөрөргә яҙһын.
Әле Ишембай районында 25 мәктәп автобусында 500-гә яҡын уҡыусы йөрөп уҡый. Киләсәктә лә уларға уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ.
Һүрәттә: водитель Ришат Әнүәр улы Мусин яңы автобустан ҡәнәғәт.