Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
23 Декабрь 2020, 06:00

Донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәге

Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәге буласаҡ.

«Фән» милли проекты университеттар һәм фәнни ойошмалар интеграцияһы һәм уларҙың иҡтисадтың реаль секторында эшләүсе ойошмалар менән кооперацияһы нигеҙендә 15 ғилми-белем биреү үҙәге булдырыу буйынса өҫтөнлөклө бурыстар ҡуйҙы. Был Рәсәй иҡтисадының киҫкен ғилми-технологик үҫешенә һәм Рәсәй Федерацияһының ғилми-технологик үҫеш өҫтөнлөктәре менән билдәләүсе өлкәләрҙә ғилми тикшеренеүҙәр һәм эшкәртеүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыуҙадонъялағы биш төп ил иҫәбендә булыу өсөн нигеҙ булдырасаҡ.
2019 апрелендә Мәскәү халыҡ-ара белем биреү салоны программаһы сиктәрендә «Донъя кимәлендәге фәнни һәм ғилми-белем биреү үҙәктәре» тип аталған түңәрәк өҫтәл булды. Эксперттар ғилми-белем биреү үҙәге принциптары һәм һайлап алыу ҡағиҙәләре, ғилми-белем биреү үҙәгенең төп бурыстары һәм уңыш критерийҙары, йәш ғалимдарҙы үҙәккә йәлеп итеү ысулдары тураһында фекер алышты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү концепцияһын булдырыу менән таныштырҙы. Үҙенең сығышында ул, 2030 йылдарға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһына ярашлы, яҡын арала беҙҙең республикала иң эре инвестиция проекттары һәм был проекттарҙың ғилми-белем биреү менән бергә алып барылыуына ихтыяж яғыулыҡ- нергетик комплексы өлкәһенә йүнәлтеләсәк тип билдәләне.
РФ Хөкүмәтенең 2020 йылдың 24 октябрендәге бойороғона ярашлы ӨДНТУ КФУ менән берлектә, И.М.Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты һәм Сколковский фән һәм технологиялар институты менән 2020 йылға федераль бюджеттан субсидия формаһында 135 миллион һумға яҡын грант алды.
ӨДНТУ «Экологик таҙа ресурс һаҡлаусы энергетика, ер аҫтын һәм биоресурстарҙы эффектив файҙаланыу» йүнәлеше буйынса консорциум форматында «Планетаның шыйыҡ углеводородтары запасын рациональ үҙләштереү» донъя кимәлендәге ғилми үҙәге булдырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы башҡарыусыларҙың береһе булып тора.
Донъя кимәлендәге ғилми үҙәктең төп маҡсаты ил иҡтисадын арзан һәм экологик нефть менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән тикшереүҙәр уҙғарыу һәм асыштар яһау. Бының өсөн проект сиктәрендә экологик, иҡтисади энергоэффектив технологиялар, разведкалар, традицион һәм «ауыр» запастар эҙләргә кәрәк. «Планетаның шыйыҡ углеводородтары запасын рациональ үҙләштереү» донъя кимәлендәге ғилми белем биреү үҙәге булдырыу беҙҙең илгә яңы технологияларҙы тормошҡа ашырыуҙа һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә лидер булырға ярҙам итәсәк һәм шулай уҡ, илдең нефть-газ тармағын алдағы ун йылдарға тотороҡло итергә форсат бирәсәк.
Донъя кимәлендәге ғилми үҙәкте 2020-2025 йылдарға дәүләт ҡаҙнаһы аҡсаһына финанслау өсөн 2,5 миллиард һум бүлеү планлаштырыла.
Рөстәм ДӘМИНЕВ,
ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры, техник фәндәр докторы, профессор.
Читайте нас