Бер һайлаған һөнәр – ғүмерлеккә!
Был проект Башҡортостандың унлаған район-ҡалаларын йәлеп итәсәк һәм 2021 йылдың башында РФ Дәүләт думаһы депутаты Алексей Изотовтың әүҙем ярҙамы менән тормошҡа ашырыласаҡ. Был универсарийҙың төп маҡсаты – мәктәп уҡыусылары араһында һәләтле балаларҙы табыу, техник вуздарға уҡырға инергә кәрәкле предметтарҙан өҫтәлмә белем биреүҙә ярҙам итеү, киләсәккә һөнәрҙе хаталанмайынса дөрөҫ һайлай белергә өйрәтеү. Уҡыусыларҙы техник вуздарға уҡырға инә торған предметтарҙан маҡсатлы рәүештә имтихандарға әҙерләү.
– Сығарылыш кластарын беҙ-ҙең вузға уҡырға ингән саҡта кәрәкле предметтар буйынса, олимпиадаларға маҡсатлы әҙерләү була һәм 1-се, 2-се, 3-сө призлы урындар алған балаларҙы имтиханһыҙ ҡабул итәсәкбеҙ, – тине был тәңгәлдән уҡыу йортоноң Стәрлетамаҡ филалы директоры Рөстәм Дәминев һәм буласаҡ аби-туриенттар ошо универсарийҙа интернет селтәрҙәрендә онлайн ғына түгел, ә университеттың үҙендә, уның лабораторияларында тотоп, күреп ҡарап, практикала шөғөлләнеү, белем алыу ҙа ойоштороласаҡ, тип билдәләп үтте. Бында уҡыусыларға профессорҙар, үҙ һөнәренең оҫталары белем бирәсәк.
“Түңәрәк өҫтәл”дә йәш быуынды ҡайғыртып
Әйткәндәй, 22 декабрҙә фи-лиалда “Аврора” үҙәге менән берлектә Башҡортостанда йәшә-гән балаларҙың бар яҡлап та һәләттәрен үҫтереү мәсьәләләрен тикшергән берлектә «түңәрәк өҫтәл» дә ойошторолдо. Был сарала “Аврора” үҙәге директоры Айҙар Сәйғәфәров, университтеттың фән һәм инновациялар бүлеге директоры урынбаҫары Александр Пономарёв һәм төрлө сменаларҙа һөнәри белем алыу бүлеге етәксеһе Вадим Ғайсин ҡатнашты. Шулай уҡ, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин видеобәйләнешкә сығып, универсарийҙың Башҡортостан уҡыу-сыларын техник вуздарға уҡырға әҙерләүҙәге баһалап бөткөһөҙ ҙур ролен әйтеп үтте:
– Уҡыусылар интернет селтәр-ҙәрендә һәм каникулдар ваҡытында беҙҙең вузда һәм уның Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский ҡалаларындағы филиалдарында төрлө фәндәр буйынса белем аласаҡтар, практикала белем ҡеүәһен күтәрәсәктәр. Практикала ла белем алыу уҡыусыларға киләсәктә хаталанмай дөрөҫ һөнәр һайлауға ныҡлы ярҙам итәсәк, ҙур мөмкинлектәр асасаҡ. Тормошта кәрәкле дөрөҫ һөнәрҙе хаталанмай һайлай белеү – бик мөһим мәсьәлә. Киләсәктә беҙ 7-се, 11-се класс уҡыусылары менән генә түгел, ә башланғыс кластар, хатта балалар баҡсаһына йөрөгән балалар менән дә шөғөлләнәсәкбеҙ, – тине ул видеомөрәжәғәтендә.
Онлайн форматта түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ РФ Дәүләт думаһы депутаты Алексей Изотов, Башҡортостандың төрлө район-ҡалалар хакимиәттәренең мәғариф бүлек-идаралыҡтары вә-килдәре лә ҡатнашты.
“Next Generation” – шәп проект!
Осрашыу ваҡытында “Next Generation” проектын Башҡортостан Республикаһы балаларының бар яҡлап та һәләттәрен үҫтереү, Өфөләге “Аврора” үҙәге менән берлектә тормошҡа ашырыу мәсьәләләре лә ҡаралды. Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы һәм “Аврора” үҙәге менән берлектә Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән һәләтле уҡыусыларҙы эҙләп табыу һәм техник вуздарға инергә ярҙам иткән һөнәри предметтарҙан комплекслы рәүештә белем алырға мәктәп уҡыусыларын әҙерләүҙә, техник фәндәрҙе популярлаштырыуҙа берҙәм эшләргә һәм ошо проектты бергәләшеп үҫтереүҙә ярҙам итешергә ҡарар ителде.
– Миңә Өфөләге “Аврора” һәләтле балаларҙы табыу һәм үҫтереү үҙәген-дә булырға тура килде. Унда һәр бер предметтан балаларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн шундай яҡшы шарттар, мөмкинселектәр, кабинеттар, лабо-раториялар булдырылған. Практик белем алыу өсөн иҫ китмәле яҡшы, бай йыһазландырылған кабинеттар, лабораториялар бар, – тип билдәләп китте сарала ҡала округының Йәмәғәтселек палатаһы рәйесе Наталья Баринова. Ул хәҙерге заман балаларының ошондай үҙәктәрҙә белем ала алыу мөмкинлеге булыуын һәм ошо яҡшы шарттарҙа һәләтен үҫтерә алыуына шундай яҡшы мөмкинлектәр асылыуына һоҡланыуын йәшермәне. Беҙҙең ейәндәргә ҙур мөмкинселектәр асыла, тип ғорурланды .
Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды
Рөстәм Риф улы һүҙҙе йомғаҡлап, үҙ сиратында:
– Киләсәктә Башҡортостандың бөтә район, ҡалалары уҡыусыларын да ошо универсарий проектына әүҙем йәлеп итәсәкбеҙ, – тине.
Осрашыуҙың һөҙөмтәһе бу-лып Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм уның филиалдары менән “Аврора” үҙәгенең киләсәктә ошо проект өҫтөндә оҙаҡ йылдар бергәләшеп хеҙмәттәшлек итеү, планлаштырылған эштәрҙе артабан да тормошҡа ашырыуҙа бер-береңә ярҙам итешеү тураһындағы үҙ-ара килешеүгә ҡултамғалар ҡуйылды.
Уҡыусыларға хаталанмай дө-рөҫ һөнәр һайлар өсөн асылған ошондай ҙур мөмкинселектәрҙе тормошоғоҙҙа файҙалана белеү – үҙе ҙур бәхет. Әйткәндәй, йәш быуынға дөрөҫ белем биреүҙә, һөнәр һайларға ярҙам итеүҙә вуздың “Фән”, “Һанлы иҡтисад”, “Мәғариф” милли проекттары нигеҙендәге эштәр ҙә ҙур һөҙөмтә бирә.
Римма ХӘЙБУЛЛИНА.
Реклама.