Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
9 Ғинуар 2021, 05:00

“Бөрө билмәндәре” фестиваленә рәхим итегеҙ!

“Бөрө билмәндәре” тип исемләнгән гастрономия фестивале мауыҡтырғыс булмаҡсы. Ул 9 ғинуарҙа Бөрө ҡалаһындағы Октябрь майҙанында үткәреләсәк. Сарала боронғо аш-һыу йолалары һәм урындағы аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең ҡаҙаныштары күрһәтеләсәк. Фестиваль ҡунаҡтары тәмле һәм сифатлы аҙыҡ-түлекте ауыҙ итә аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта сараға килгәндәр өсөн төрлө уйындар, ярыштар һәм конкурстар ойоштороласаҡ.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡаланың тәмле брендтарының береһенә арналған “Бөрө билмәндәре” тип исемләнгән был сара быйыл икенсе тапҡыр үткәрелә. Былтыр ул беренсе тапҡыр ойошторолғайны һәм 1 меңгә яҡын кешенең - бөрөләрҙең, яҡын-тирәлге райондарҙа йәшәгәндәрҙең, шул иҫәптән туристарҙың - иғтибарын йәлеп иткәйне, ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Бындай сараларҙы үткәреү урындағы халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыуға, ныҡлы өйрәнеүгә һәм уларҙы киләсәк быуын вәкилдәренә тапшырырға булышлыҡ итә. Ә был – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас