Социаль инфраструктураны үҫтереү өлкәһендә Өфөнөң Киров районындағы гимнастика буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексы, дүрт меңдән ашыу уҡыусыға иҫәпләнгән дүрт мәктәп, шулай уҡ ике ҙур һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы төҙөлөшөн тамамлау бурысы тора. “Нефтсе” стадионында футбол манежы, ике һаулыҡ һаҡлау һәм социаль йүнәлештәге объект төҙөлөшө дауам итәсәк.