Эйе, уҙған йыл эшҡыуарлыҡ өсөн пандемия шарттарында еңелдән булманы. Бәләкәй бизнес субъекттары һаны кәмене, әммә шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларында мәшғүл булғандар һаны 3,5 процентҡа артты һәм хәҙер улар 443 мең кеше тәшкил итә.
Социаль эшҡыуарҙар һаны буйынса Башҡортостан 2020 йылда Рәсәй төбәктәре араһында Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урынды алды. Илшат Тажетдинов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү процесында төбәк институттарының роле ҙур булыуын билдәләне. Башҡортостан микрофинанс компанияһы, мәҫәлән, 675 миллион һумға 546 микрозайм биргән. Республиканың 43 компанияһы 1,1 миллиард һумға лизинг ярҙамы алған.