Ентекләберәк әйткәндә, предприятие баҡса, аш-һыу бүлмәһе өсөн пластмасса изделиелар етештереүҙе арттырған, улай ғына ла түгел, етештерелгән продукцияның хаҡын 7 процентҡа кәметә алған. Был турала БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итә.
“Предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ингән хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса өҫтөнлөклө программаның тәүге ҡатнашыусыларының береһе булғайны. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға адреслы ярҙам сиктәрендә заводта етештереү ағымдары оптимизацияланды, был продукцияның көнәркәшлеккә һәләтлелеген дә арттырырға мөмкинлек бирҙе”, – тип өҫтәне Айрат Фәхретдинов.
Ошондай проекттар нигеҙендә башҡарылған эштәр хеҙмәт етещтереүсәнлеген дә, хеҙмәт хаҡын да арттырырға, ә тауарға хаҡтарҙың кәмеүенә булышлыҡ итһен ине.