Шуныһы иғтибарға лайыҡ, 2020 йылда “Мәҙәниәт” милли проектының бөтә күрһәткестәре лә үтәлгән. “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Театрҙар – балаларға”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” федераль проекттары тормошҡа ашырылған. 2020 йылда һалынған, ремонтланған, яңыртылған мәҙәниәт учреждениелары һаны 403-кә еткән. Дөйөм сумма 990,643 миллион һум тәшкил иткән. Был йүнәлешкә һалынған көс республикабыҙҙың һәр мөйөшөндә мәҙәниәт учреждениеларына йөрөү мөмкинлеге асылыуына йүнәлтелгән.