Ҡаты ҡалдыҡтарҙан яһалған яғыулыҡты бик күп сит илдәре ҡуллана. Швецияла, мәҫәлән, был яғыулыҡты етештереү өсөн ҡалдыҡтарҙы һатып алыу ҡәҙимге күренеш. RDF яғыулыҡты йылытыу мейестәрендә, йәки цемент етештереүендә ҡулланалар.
Бөгөнгө көндә беҙ ҡоролламаларҙы килтереп ҡороп бөттөк һәм газды алыштырырҙай сифатлы альтернатив яғыулыҡ етештерә алырлыҡ итеп көйләп ҡуйҙыҡ. Был алым сығымдарҙы кәметергә һәм «Экология» милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк, сөнки серергә һалынған материал әҙәйәсәк, ә файҙалы өлөштәре күберәк ҡуланыуға китәсәк. Ҡалдыҡтарҙы комплекслы эшкәртеү барышында беҙ ҡулланыуға яраҡһыҙ булғанын 30 процентын күләменә еткерергә тырышасаҡбыҙ. Йәғни ҡалдыҡтарҙың өстән бер өлөшө генә сүплеккә барып етергә тейеш, - тип аңлатты «Вториндустрия», «Мөхит-СТР» проекттары етәксеһе Айрат Максадов. Компост һәм RDF яғыулыҡ икенсел ресурс булып тора. RDF яғыулыҡ яныу һәләте буйынса газдан да көслөрәк булыуы мөмкин. Сөнки был яғыулыҡ составында резина, полимерҙар, ағас кеүек янырға һәләтле төрлө материалдар бар, тап уларҙы ҡалдыҡтарҙан айырып алалар. Стәрлетамаҡ заводында ла эш шулай ҡоролған, бөтә йыйылған ҡаты ҡалдыҡтар тәүге айырыу этабын үтеп RDF яғыулыҡҡа яраҡлылары һайланып алына.
Әлбиттә яңы яғыулыҡты етештереү бер, уны баҙарға сығарырға, үҙ эшендә ҡулланырға теләүселәрҙе табыу мөһим. Әлеге мәлдә «Мөхит-СТР» заводы альтернатив яғыулыҡ менән ҡулланыусыларҙы табып тәүге килешеү төҙөү юлында, бынан тыш яңы яғыулыҡ етештереүҙе көйләү һәм яңы ҡорамалдарҙы өҙлөкһөҙ ҡулланып һынау алда.
#Миллипроект #Экология #Ҡалдыҡтар #Яғыулыҡ #Региональныепроекты #Нацпроект #RDFтопливо