Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Милли проекттар
6 Февраль 2021, 10:05

Ғафури районында – “Таҙа шишмә” акцияһы

Күптән түгел Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы белгестәре Ғафури районында “Таҙа шишмә” экологик акцияһын ойошторҙо.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сара “Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары” төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә уҙғарылды. Уның төп маҡсаты – тәбиғәткә, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә һаҡсыл мөнәсәбәт, һыу ятҡылыҡтарын тәртипкә килтереү һәм халыҡта экологик мәҙәниәт тәрбиәләү. Бындай акциялар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Ҡотлоғужа өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтары аҡбурҙың сантон ярусының төп геологик киҫелештәренең береһен тәшкил итә. Ул мөһим палеонтологик мәғлүмәтте үҙ эсенә алған объект булараҡ ҙур фәнни әһәмиәткә эйә.
Министрлыҡ вәкилдәре сара барышында тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһен тәртипкә килтерҙе, сүп-сарҙан таҙартты. Әйткәндәй, тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы белгестәре Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ райондарындағы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә даими мониторинг ойоштора.
https://bash.rbsmi.ru
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Читайте нас