Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Проектта 262 бәләкәй ауылға сүсле-оптик технологиялар ҡулланып, интернет таратыу селтәрҙәре булдырыу ҡарала.
Проекттың үҙенсәлеге шунда: интернетты аныҡ ауылға ғына түгел, граждандарҙың ғаризаһына ярашлы, туранан-тура һәр йортҡа еткерәсәктәр. Республикала йәмғеһе 100 мең кешене һәм 40 меңгә яҡын йортто интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.
Быйыл Благовещен районында Төрөшлө, Трошкин, Осиповка, Түбәнге Иҙәк, Покровка, Һынны, Иҫке Илек ауылдары халҡы ҙур селтәргә тоташа ала.