Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
10 Март 2021, 06:00

Башҡортостан шишмәләре

20 мартҡа тиклем “Башҡортостан шишмәләре” республика проектында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был сара төбәктәге пилот проектын тәшкил итә. Уның өҫтөнлөклө йүнәлештәре – шишмәләрҙән файҙаланыу мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡҡа саф шишмә һыуын эсереү, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.
Эштәр һыуҙың биологик составы, уға анализ, объекттың тарихи әһәмиәте һәм мәҙәни ҡиммәте, тәғәйен шишмәнең хәле һәм туристарҙы йәлеп итеү һәләте кеүек критерийҙар буйынса баһалана. Проектта ҡатнашыу өсөн шишмәне төҙөкләндереүгә ғариза, һыу объектының фотоһын, уның һыуына анализды, муниципаль берәмек хакимиәтенән ерҙең милексеһе тураһындағы белешмә, генераль пландан өҙөмтә, объекттың тарихи йәки мәҙәни ҡиммәтен раҫланған архив документтарын тапшырыу шарт.
Конкурс йомғаҡтары “Йәшел Башҡортостан” йәмәғәт ойошмаһының сайтында һәм “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә баҫыла.
https://bash.rbsmi.ru
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Читайте нас