“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 2019 йылдың февраль айында ҡалабыҙҙа асылған 23-сө полилингваль мәктәп Башҡортостан республикаһында иң төҙөк һәм ҙур уҡыу йорттарының бе-реһе булып һанала. Заманса шарттар тыуҙырылған уҡыу йорто ҙур майҙанды биләй. Уҡыу зонаһы, бәләкәй класс уҡыусылары һәм кескәйҙәр майҙансығы, электрон китап уҡыу, төрлө саралар уҙғарыу, ижади түңәрәктәр һәм оҫталыҡ дәрестәре зоналары барыһы ла уңайлы уҡыу шарттары өсөн булдырылған. Ә педагогтарҙың үҙ эшен яратып башҡарыуы уҡыусыларҙы белемле лә, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес итеп тә тәрбиәләргә мөмкинселек бирә. Ә шулай ҙа... кешенең тормошҡа, уратып алған донъяһына ҡыҙыҡһыныуы булһын өсөн барыбер ҙә уның һаулығы, тамағы туҡ булырға тейеш!
...Мәктәпкә килеп инеү менән яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәк ризыҡтарының хуш еҫтәре танауға килеп бәрелә. Иркен, яҡты, бөхтә ашханала, оҫта ҡуллы ашнаҡсылар, уҡыусыларҙы көн дә йылы аш, тәмле, файҙалы бутҡа, салаттар менән һыйлайҙар. Ризыҡ төрө миҙгелгә тап килә, мотлаҡ аҙыҡтарҙан ит, һөт, ярма аштары, йәшелсә, витаминлы эсемлектәр һәр саҡ бар. Сифатлы ла, хәүефһеҙ ҙә һәм тәмле лә!..
– Рационға файҙалы һәм туҡлыҡлы аҙыҡ-түлек индерергә тырышабыҙ.Үҫкән организм өсөн аҡһым, май, углеводтарҙың талап ителгән миҡдарына тап килтереп, бешерәбеҙ, –ти үҙ бурысын инде ун туғыҙ йыл лайыҡлы атҡарып килгән тәжрибәле ашнаҡсы Марина Сәфәрғәлина.
– Ашнаҡсыларыбыҙҙан уңдыҡ. Бешергән аштары, ҡайнатҡан компот-кеҫәлдәре тәмле. Апайҙарын уҡыусылар ҙа ярата, ата-әсәләр ҙә риза, – ти мәктәп директоры урынбаҫары Светлана Ғәлиева уңған ашнаҡсылар тураһында.
Бөгөнгө көндә мәктәп ашханаһы ғәҙәти класс уҡыусылары һәм сәләмәтлектәре сикләнгән балалар өсөн төҙөлгән меню буйынса эшләп килә. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: меню – ата-әсәләр комитеты контролендә. Улар теләгән көндө килеп, ҡайнар аштарҙы тәмләп, тикшереп китә ала.
Нисек кенә булмаһын, мәктәптәге 1660 уҡыусының барыһы ла ашханаға йөрөй. Туҡланыуҙан берәү ҙә баш тартмаған.
Дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәһе бала саҡтан һалына, был йәһәттән, 23-сө полилингваль мәктәп уҡыусыларының сәләмәтлеге ышаныслы ҡулдарҙа.
Венера ИГБАЕВА.
Автор фотолары.