“Добрый картон” предприятиеһында һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индереү осоронда эш барышы ваҡытын – 5 тапҡырға, тамамланмаған етештереү күләмен ике тапҡырға кәметеү планлаштырыла.
БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына Башҡортостандан 106 предприятие йәлеп ителгән. “Добрый картон” ойошмаһы гофрировкалы ҡағыҙ, ҡатырға һәм ҡатырға һауыттар етештерә. Уларҙың ҡулланыу даирәһе ифрат та киң инде.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.