Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
19 Март 2021, 07:48

Музыка донъяһына сәйәхәт

Бөгөн “Н.А. Римский-Корсаков көнө” дөйөм Рәсәй фестивале айҡанлы Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең музыкаль-әҙәби лекторийы концерты була.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Концерт Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә асылған виртуаль зал аша тапшырыла. Милли проект һәм виртуаль концерт залы ярҙамында төпкөл ауылдарҙа ла Рәсәйҙең иң яҡшы концерт залдары сәхнәләрендә башҡарылған музыка хазиналарын тура эфирҙа тыңларға мөмкин. Филармония солистары талантлы композиторҙың әкиәти опералары буйынса мауыҡтырғыс сәйәхәт әҙерләгән. “Диңгеҙ офицерының музыкаль әкиәттәре” программаһында “Ҡарһылыу”, “Салтан батша тураһында әкиәт”, “Садко”, операларынан фрагменттар, “Шәһрезада” симфоник сюитаһынан өҙөктәр яңғырай. Римский-Корсаков үҙенең музыкаһында әкиәттең аҡыл ҡеүәһен һәм тәрәнлеген генә түгел, шулай уҡ тылсымлы, шиғри асылын да еңел генә сағылдыра алған.
https://bash.rbsmi.ru
Фото: sterlitamakadm.ru
Читайте нас