Илдар Марат улы милли проекттың 5 йылға, йәғни 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласағы хаҡында һөйләп үтте. Стәрлетамаҡ агломерацияһына Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары ҡарай. 2024 йылға тиклемге милли проект сиктәрендә автомобиль юлдары өлөшөн норматив талаптарға тиклем, йәғни 77,6 процентҡа тиклем еткереү күҙаллана. 2019 һәи 2020 йылдарҙа 31,5 км автомобиль юлы төҙөкләндерелгән, 39 светофор объекттарын, 528 юл билдәләрен, 453 метр барьер кәртәләрен һәм 400 метр йәйәүлеләр өсөн кәртәләрҙе яңыртып ҡуйғандар. Шулай уҡ «Каустик»АЙ» туҡталышындағы ер аҫты йәйәүлеләр үтеү урынына капиталь ремонт үткәрелгән. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы видео күҙәтеү маҡсатында 3 фотокамера ҡуйылған. Үткән йыл автомобиль юлдарҙың торошон яҡшыртыу буйынса Стәрлетамаҡ агломерацияһы арауығындағы күрһәткес 56,53 % тәшкил иткән. Милли проект сиктәрендә 15 автомобиль юлын төҙөкләндергәндәр. Суханов-Стәрлебаш тракты- Ильич һәм Коммунистик-Ҡаранай Морат- Объездная урамдары буйынса әйләнмә хәрәкәт менән ике тыҡрыҡты төҙөкләндергәндәр.
- Быйыл милли проект сиктәрендә юл хәрәкәтенең техник ойоштороу сараларын: светофорҙар, юл билдәләре, йәйәүлеләр өсөн кәртәләрҙе төҙөү, йәйәүлеләр өсөн сығып йөрөү урындарын өҫтәмә яҡтыртыу тора. Шулай уҡ автомобиль юлдарын 11,9 км һуҙымында ремонтлау күҙаллана. Барлығы 5 яңы светофор һәм булған 7 светофорҙы көйләйәсәкбеҙ, - тип һөйләне Илдар Усманов. Ул шулай уҡ үткән йылдың аҙағында Тыныслыҡ һәм Совет урамдары тыҡрығында сигналды ҡабатлай торған яңы светофор ҡуйыуҙарын иҫкә төшөрҙө. Быйыл иһә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырғанда Г-оҡшашлы таяуҙар ҡаралған урындарға ҡабат сигнал биреүсе транспорт светофорҙары ҡуйыласаҡ. Илдар Марат улы Йәмәғәтселек палатаһы вәкилдәрен башҡарған эштәрҙең сифатын контролдә тотоу буйынса комиссия составына индереүҙәре хаҡында бәйән итте. Яҡын арала комиссия 2019 һәм 2020 йылдарҙа милли проект сиктәрендә башҡарылған юлдарҙы ҡарап сығасаҡ. Етешмәгән урындар күҙәтелгән осраҡта подрядсы уны гарантиялы бурыстар сиктәрендә бөтөрәсәк. Шулай уҡ Йәмәғәтселек палатаһы эште ҡабул итеүҙә ҡатнашасаҡ. Йәмәғәтселек палатаһы подрядсылар юлдарға асфальтты кис йәки төнөн түшәһендәр ине тигән теләк белдерҙе, сөнки был пик сәғәттәре ваҡытында пробкалар булдырмауға ярҙам итәсәк.