- Яңы ойоштороу техникаһы медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм табиптарҙың эштәрен оптималләштерергә ярҙам итәсәк, пациенттар өсөн медицина документтарын баҫтырып сығарыуҙы тиҙләтәсәк.
Әлеге ваҡыта барлыҡ принтерҙар ҙа әүҙем ҡулланыла һәм Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына тоташтырылған. Заман мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу пациенттарҙың электрон медицина карталарын тултырыу, табиптарға дистанцияла яҙылыу, телемедицина консультациялары үткәреү, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен электрон формала ебәреү мөмкинлектәрен бирә.
Проект медицина ойошмаларының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” проекты нигеҙендә хеҙмәттәшлек механизмдарын яйлауға һәм 2024 йылға тиклем һанлы технологияларҙы, платформа ҡарарҙарын индереүгә, медицина тармаҡтары хеҙмәттәшлегенең тәьҫирлеген күтәреүгә һәм граждандар тарафынан электрон хеҙмәттәрҙе һәм сервистарҙы ҡулланыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru