Марат Шәрәфетдинов, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы, ағымдағы янғын хәүефе тыуҙырған миҙгелгә әҙерлек буйынса урындарҙа тикшереүҙәр үткәнен билдәләне. Инспекция барышында янғынға ҡаршы ҡорамалдар һаҡланған пункттар, техника һәм уларҙың торошо, янғын инвентарҙарының, ҡорамалдарының төҙөклөгө, административ бинаның хәле ҡаралған.
"Утты һүндереү тиҙлеге йүнәлтелгән көстәрҙең, шул иҫәптән ҡуртымсыларҙың оператив тупланыуы нисек ойошторолоуына бәйле. Бынан тыш, район хакимиәттәре менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, йыйылма планға индерелгән ойошма-предприятиеларҙың был йәһәттән берҙәм эшмәкәрлеген тәьмин итеү мөһим. Иҫегеҙгә төшөрәм, быйыл күҙәтеү органдары урман янғындарын һүндереүгә көстәрҙе, сараларҙы йәлеп итеү мәсьәләһен ныҡлы тикшерәсәк. Урмандарҙа янғын хәүефе класы дүрт һәм биш класҡа еткәндә, муниципаль райондарҙың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияларыултырыштары үткәреп, урындағы халыҡҡа аңлатыу эштәре лә үткәреү мөһим", – тип билдәләне министр.
Әлеге кәңәшмәлә Башҡортостандың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенә, урман хужалыҡтары етәкселәренә, “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениялары бүлектәре начальниктарына һәм башҡа яуаплы ойошмаларға аныҡ бурыстар ҡуйылды.
Былтыр республика биләмәһендә 3726 гектар майҙанда 165 урман янғыны теркәлгән, шул иҫәптән 3066 гектарҙа - 14 ҙур янғын. Утты һүндереү етеҙлеге 82,4 процент тәшкил иткән. Иң күп янғындар Учалы (32), Ҡананикольский (19), Бөрйән (18), Әүжән (10), Белорет (10), Тирлән (10) урмансылыҡтарында теркәлде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты нигеҙендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проект тормошҡа ашырыла. Төбәк уның ярҙамында урман янғындары техникаһын яңыртыуға өлгәште.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы.