“Кузнецов затоны беҙҙең иң перспективалы биҫтә һанала. Унда матур, яҡты йорттар, фатирҙар, ихаталар эшләнде. Балалар майҙансыҡтары бик күп. Уларҙа күмәк халыҡ ҡатнашҡан саралар ойошторорға кәрәк. Әлеге ваҡытта унда 280 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө бара, поликлиника өсөн урын бүленде. Йәй аҙағына 2200 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәптең проекты әҙер буласаҡ. Киләһе йылда төҙөлөшкә тотонорбоҙ, тип уйлайым. Был республикалағы иң ҙур мәктәп буласаҡ”, - тине баш ҡала хакимиәте башлығы.
Шулай уҡ Сергей Греков биҫтәнең үҫеш буйынса юл картаһын аныҡ итеп эшләргә ҡушты, кешеләр ҡайҙа, ҡасан нимә төҙөләсәген белергә, был йәһәттән борсолмаҫҡа тейеш, тип билдәләне.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты йәш быуынға сифатлы белем һәм лайыҡлы тәрбиә биреүҙе, бының өсөн тейешле шарттар булдырыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуя. Республикабыҙҙа яңы белем усаҡтарының төҙөлөүе был бурысты хәл итеүгә тулыһынса булышлыҡ күрһәтә.