Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Милли проекттар
5 Апреля 2021, 18:47

«ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТТӘРЕ» ПОРТАЛЫ ЯБЫЛА

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы Рәсәйҙә 2009 йылдан уҡ эшләп килә, быға ҡарамаҫтан уның менән күптәр яңыраҡ ҡына ҡуллана башланы. «Госуслуги» аша иғәнә, һалым, штрафтарҙы түләргә, баланы балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуйырға, табипҡа яҙылырға һәм башҡа төрлө бик күп хеҙмәттәрҙе алырға була. «Ростелеком» порталдың операторы булып тора. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса портал замана талаптарына яуап бирмәй башлаған, уның эшен туҡтатырға ҡарар иткәндәр. Минцифра башлығы Максут Шадаев хәбәр итеүенсә «Госуслуги» порталы 2021 йылдың өсөнсө кварталында ябыла.

«Һанлы иҡтисад» милли проекты бик күп проектарҙы үҙ эсенә ала, уның ярҙамында дәүләт хеҙмәттәре һанлы форматҡа күсерелә, шулай уҡ бик күп дәүләт учреджениелары ла проект ярҙамында үҙ эшен һанлы ресурстарға күсерә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы ла ошолар рәтендә тора, уның ярҙамында бик күп эштәрҙе өйҙән генә хәл итеп ҡуйырға мөмкин булды. Порталдың популяр булыуын һандар ҙа дәлилләй, 2020 йыл мәғлүмәттәре буйынса порталда 126 млн кеше теркәлеү үткән. Үткән йыл эсендә 228 млн хеҙмәт күрһәтелгән, 78 млн тапҡыр түләү яһалған, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 76 млрд һум тәшкил иткән.
Әммә пандемия осоронда был порталдың етешһеҙлектәре асыҡлана. Өйҙә үҙ изоляция ваҡытында ултырған саҡта халыҡ күпләп порталға мөрәжәғәт икән мәлдәрҙә ул ваҡытлыса эшлектән сығып аптыратҡан ине. Ул ғына ла түгел хеҙмәтләндереүҙең даирәһен арттырыу, уңайлыҡтар булдырыу өсөн порталдың яңы версияһы өҫтөндә эш башланған булған. Минцифра хәбәр итеүенсә яңы портал өҫтөндә эш 2020 йылдың яҙында уҡ башланған, министрлыҡ порталды яңыртыу өсөн «РТ Лабс» компанияһын(«Ростелеком» төркөмөнә ҡарай) йәлеп итә.
Әлеге мәлдә порталдың яңы версияһы тест режимда эшләй, уны һәр кем инеп ҡарай ала. Яңы порталда һеҙҙе «Макс» исемле робот ҡаршы аласаҡ, ул һеҙгә сайт менән ҡулланырға ярҙам итергә тейешле. Робот әле үҙе лә өйрәнсек кенә, шуға әлегә ул ҡайһы бер документтарҙы юллауҙа ғына ярҙам итә. Мәҫәлән, уның ярҙамында паспорт, сит ил паспорты һәм суд булыу-булмау тураһында белешмә алырға була.
Яңы портал халыҡтан күпләп килгән мөрөжөғәттәргә ҡарамаҫтан өҙлөкһөҙ эш алып барырға һәләтле. Был ғына ла түгел, элекке портал менән ҡулланыу өсөн һәр хеҙмәтте алыр өсөн ҙур күләмле документтарҙы уҡып сығырға кәрәк. Яңы сайт хеҙмәт күрәһтеүҙе диалог форматына күсерәсәк һәм хеҙмәтләндереү һорау яуап форматыда башҡарыла.
Сайтты үҙегеҙ ҙә инеп ҡарай алаһығыҙ https://www.gosuslugi.ru/new.
Читайте нас