Быйыл ғинуар-февралдә 14,7 миллиард һумлыҡ продукция ташылған (2020 йыл менән сағыштырғанда, 115,1 процент). Бигерәк тә ҡош-ҡорт (2,4 тапҡыр), һыйыр һәм сусҡа ите (3,1 процент), үҫемлек майы (18,2 процент), сыр (14,6 процент), туңдырма (6,9 процент) һәм башҡа аҙыҡ-түлек етештереү күбәйгән.
Әйткәндәй, 2019 йылда республикала “Урал” ҡошсолоҡ комплексында (“Индюшкин” бренды аҫтында продукцияһын сығарған элекке М. Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комбинаты) ит етештереү туҡтап ҡалғайны. 2019 йылда етештереү активтарын ҡуртымға алыу хоҡуғы Мәскәүҙең “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә бирелде. Ошо уҡ йылдың ноябрендә комплексҡа инкубация өсөн беренсе йомортҡалар килтерелде. Былтыр предприятие тулы ҡеүәткә эшләй башланы. Бер йыл эсендә унда 25 мең тоннанан ашыу ит етештерелде.