Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
8 Апрель 2021, 04:00

Санитар авиация ярҙамға килде

Март айында санитар авиацияға көсөргәнешле эшләргә тура килде. Сибайға ғына “Ансат” вертолеты өс тапҡыр осоп, бәләгә тарығандарға ярҙам итте.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала санавиация хеҙмәте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә квалификациялы кадрҙарҙы ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле урынға илтә һәм пациенттарҙы дауаханаларға оҙата.
Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ, март аҙағында Йылайыр районында Юлдыбай-Аҡъяр- Сара трассаһында юл-транспорт ваҡиғаһында биш бала бәләгә тарыны. “Ансат” менән авария урынына килеп еткән табиптар урында уҡ кескәйҙәргә ярҙам күрһәтте.Мәскәү табиптары менән телемедицина ярҙамында аралашып, кәңәштәр алды. Ике бала республика балалар клиник дауаханаһына санитар транспорт ярҙамында оҙатылылды.
Сибай ҡалаһының анестезиология-реанимация бүлексәһендә үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған ҡыҙҙы республика балалар клиник дауаханаһына илтеүҙә лә санавиация ярҙамға килгән. Медицина ярҙамының был төрөнә ихтыяж һәр саҡ бар.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеген арттырыу, квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡты кәметеү көн үҙәгендәге мәсьәлә булып ҡала.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас