Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
11 Апрель 2021, 10:10

Билдәле көрәшсенең юлын дауам итеп

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Иршат Исмәғилев иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса 16-сы республика турниры үткәрелде.

Сарала Өфөнән, Ишембайҙан, Дәүләкәндән, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез райондарынан һигеҙ команда ҡатнашты.
Командалар иҫәбендә беренсе урынды – Көйөргәҙе районы, икенсе урынды – Күмертау, өсөнсө урынды Стәрлебаш спортсылары яуланы.
“Турнирҙы үткәреү ҡыуаныслы, географияһы ла киңәйә. Шуға мине саҡырғас һәм сараның район, ғаилә көсө менән үткәрелеүе хаҡында әйткәстәр, килергә, ярыштарҙың приздар фондына ярҙам итергә булдым. Хәтеремдә: 2015 йылда Мәскәүҙә яҡташтар ойошмаһының үҙ көсө менән ошондай уҡ турнирҙы Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә үткәргәйнек. Райондарҙа спорттың милли төрҙәренә әүҙем ярҙам итеүҙәренә һәм балаларҙы, йәштәрҙе йәлеп итеүҙәренә шатмын”, – тип белдергән сараның бүләкләү тантанаһынан һуң республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, билдәле көрәшсе Иршат Исмәғилев Башҡортостандың көньяғында көрәш үҫешенә ҙур өлөш индергән, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Ә бындай спорт сараларын үткәреү Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас